Барлык яңалыклар
Көнүзәк
26 июль 2019, 16:24

Инфорумда "Ауыл журналисы" программаһы тураһында һөйләнеләр

Өфөлә киң мәғлүмәт саралары өсөн ИНФОРУМ башланды. Сараны ойоштороусы - Рәсәйҙең Журналистар берлеге.Уның эшендә республика район һәм ҡалаларынан 200-ләп журналист, РФ Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев ҡатнаша.

"Журналистика һәм йәмғиәт" сессияһында шулай уҡ "Башинформ" йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, БР Журналистар берлеге рәйесе Артур Дәүләтбәков, «Комсомольская правда»холдингы вәкиле Илья Лочканов сығыш яһаны. Модераторы, яҡташыбыҙ,Рәсәй журналистар союзының секретары - Юлия Заһитова.
Сара көнө буйы дауам итәсәк. Оҫталыҡ дәрестәре, көнүҙәк темаларға фекер алышыуҙар ҡаралған.
Мәҫәлән, журналистар "Бөгөнгө журналистикала аналитика" темаһына оҫталыҡ дәресе менән ҡыҙыҡһына.
"Баҫма матбуғатта реклама һатыуҙың стандарт булмаған алымдары" темаһы ла ҡыҙыҡ. Фотокорреспонденттар, телевидение журналистары өсөн дә әһәмиәтле фекер алышыуҙар күҙаллана.
РФ Журналистар Союзы рәйесе Владимир Соловьев үҙ сығышында тармаҡ белгестәре өсөн көнүҙәк булған проблемаларҙы ла күтәрҙе. Уға гәзит һәм журналдар тираждары кәмеүен туҡтатыу мәсьәләһе буйынса һорауҙар бирелде. Айырыуса "районка"ларҙың хәле борсоуға һала.
Рәйес белдереүенсә, союз "Земский журналист" программаһын булдырыу тәҡдиме менән сыҡҡан. Беләһегеҙ, әлеге ваҡытта беҙҙә "Земский доктор", "Земский фельдшер" ("Ауыл табибы", "Ауыл фельдшеры") программалары буйынса ауыл еренә эшкә барыусыларға аҡса түләнә. "Ауыл уҡытыусыһы" программаһы ла ғәмәлгә ашырыла башланы. Районға эшкә ҡайтҡан йәш журналистарға ла ошондай ярҙам ысулы бик ярап ҡалыр ине.
Йәнә шуныһы: Соловьев әйтеүенсә, АҠШ кеүек алдынғы илдәрҙә баҫма матбуғат ҡабаттан популярлаша бара. Был - йәшәү кимәле үҫеүен күрһәткән бер тенденция. Рәсәй ҙә алға бара, тимәк, тормош яҡшыра. Артабан халыҡтың интернеттан арып, баҫма матбуғатҡа күсеүе лә алыҫта түгелдер...
Читайте нас в