Барлык яңалыклар
Яшәеш
26 июль 2019, 17:00

Стәрлетамаҡтан Вадим Фәттәхов ашай торған ҡалаҡтар яһай

Бындай ҡалаҡ менән ашағандан һуң, уның үҙен дә йотоп ҡуяһың. Вадим үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай: сараларҙы, ҡул эштәре күргәҙмәләрен ойоштороусы, үҙенең кинотеатрын асыусы һ.б.

Беҙҙең ил өсөн ят күренеш булған проектты уйлап табыу өҫтөндә эшләгән Вадим, тора - бара, ашай торған ҡалаҡтарҙы етештерә башлай. Уның составы он, һөт, шәкәр, майҙан тора. Ике төрлө – береһенә һарымһаҡ, йәшел тәмләткес, ә икенсеһенә дәрсен, ваниль, сәтләүек, йогурт ҡушыла.
Егет тәүлегенә 3 мең самаһы ҡалаҡ әҙерләй. Уларҙы бигерәк тә ресторандар күпләп һатып ала икән.
Читайте нас: