Барлык яңалыклар
Чаралар
29 июль 2022, 15:38

Ылаҡсылар көс һынаша

Шулай итеп, ылаҡсылар майҙанға сыҡты. Иң тәүҙә көс һынашҡан күрше райондарғаҠаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан ылаҡсылары бар иғтибарын йүнәлтте.

Ылаҡсылар көс һынаша
Ылаҡсылар көс һынаша

Ниһайәт, бар республика халҡы түҙемһеҙлек менән көткән «Башҡорт аты» фестивале башланды! Уны бойомға ашырыу тураһында уй-маҡсаттары менән уртаҡлашҡанда республика Башлығы Радий Хәбиров фестивалдең онотолмаҫ тамаша ла буласағын, башҡорт атына бағышланған фәнни йүнәлештең дә офоғо асыласағын белдергәйне.

Әле йәмле Баймаҡ районының йәмле Граф күле буйында Ылаҡ уйынының һайлап алыу туры башланды. Тамашасыларҙың бар иғтибары баймаҡтарға йүнәлгән. Сөнки нәҡ Баймаҡ районы Ылаҡ уйынын тергеҙҙе, республикабыҙ намыҫын яҡлап Ҡырғыҙстанда ла сығыш яһаны. Әммә башҡа ылаҡсылар ҙа уйындың файҙаһы улар яғында буласағына ышанысын белдерҙе . Әле ташланған йәрәбә буйынса баймаҡтар һәм әбйәлилдәр көс һынаша. Йәгеҙ егеттәр, кемегеҙ үҙенең таһыллығын, ә башҡорт атының берҡасан да еңелмәҫен иҫбатлай ала? Уңыштар һеҙгә!

Хөрмәтле дуҫтар! «Ат фестивале»бөгөн һәм иртәгә Граф күле буйында үтә. Рәхим итегеҙ!

Источник: https://hakmar.ru/articles/y-m-i-t/2022-07-29/yla-sylar-k-s-ynasha-2890553?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485

 

 

Автор:Гульнара Закирьянова
Теглар:bashhorsefest
Читайте нас: