Барлык яңалыклар
Чаралар
15 март 2023, 09:17

Атнабайны искә алып

7 март көндө Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт  филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле драматург, журналист, Ғәлимов  Сәләм исемендәге Республика премияһы лауреаты, РСФСР ҙың  һәм БАССР ҙың атҡаҙанған  сәнғәт эшмәкәре, 2 се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены кавалеры Әнғәм Ҡасим улы Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы, уның ижадына арналған тәрән мәғәнәле, шиғриәт, йыр-моң менән ҙур сара ойошторҙо.

Башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы һәм 1-4 курс студенттары әҙәби-музыкаль кисәне үткәреүҙә бик күп көс түкте. Һәм әлбиттә, тырышыуҙары юҡҡа булманы, аҡланды. Матур байрамда оло шағирҙың йәшлек, яҙ, мөхәббәт, Тыуған ил, илһөйәрлек, әсә һәм бала мөнәсәбәттәре, тормош хаҡында тәрән фәлсәфә менән һуғарылған, идея-тематикаһы яғынан күп ҡырлы шиғырҙары яңғыраны.   “Балаҡайҙарым”, “Ул  ҡайтты”, “Юлдар өҙөлгән ваҡыт”, “Игеҙәктәр”, “Законлы никах менән” тигән киң билдәле драмаларынан факультеттың талантлы студенттары өҙөктәрен сәхнәләштерҙе. Төрлө образдарға инеп, ысын артисттар һымаҡ, һушты алырлыҡ итеп ролдәрҙе башҡарыусыларҙы зал тулы тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. Һәр бер матур сығыштан һуң тамашасылар үҙҙәренең мөнәсәбәтен, оло ҡәнәғәтлектәрен ҡул сабыуҙар, ҡеүәтләүсе, дәртләндереүсе баһалар менән оҙата барҙылар.

Сараны алып барыусылар Әнғәм Атнабаевтың яҙмышы һәм ижады менән дә таныштыра барҙы.

Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев 1928  йылдың  23 февралендә Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Гүзәллеккә ғашиҡ шиғри күңелле егет бала сағынан уҡ ҡәләм тибрәтә башлай, татлы илһам ғазаптарында дөрләп  яна. Уның хеҙмәт биографияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ башлана. Ишле ғаиләлә үҫкән үҫмер егет бик иртә хеҙмәт юлын башлай, 1943 йылдан алып Тәтешле районының Аҡсәйет һәм Иҫке Күрҙем урта мәктәптәренә уҡытыусы итеп ебәрелә. Урта мәктәпте тамамлағас, Ҡазан педагогия университетына уҡырға инә. 1951-1968 йылдарҙа “Ҡыҙыл таң” газетаһының әҙәби хеҙмәткәре, артабан бүлек мөдире, 1977-1989 йылдарҙа “Һәнәк” журналының  баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

Әнғәм Атнабаевтың  “Йөрәк менән һөйләшеү” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1958 йылда сыға. Артабан бер-бер артлы “Йәшлек менән осрашыу” (1961), “Йөрәгем юлдары” (1971), “Мөхәббәт юлы” (1982), «Һөйөүем минең, һағышым минең»,«Йылдар йырҙар ҡалдыра», «Ҡыңғырау моңдары»  һәм башҡа байтаҡ шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары донъя күрә.

Әнғәм Ҡасим улы оҫта телле, халыҡ араһында киң танылыу тапҡан мәшһүр  шағир ғына түгел, ә көн һайын выждан, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәш алып барған ҡыҙыу, еңелмәҫлек көрәшсе лә булып уҡыусылар күҙ алдына баҫа.

– Шағир иң ҙур, иң ҡиммәтле награда тип үҙенә ышанысты, миллионлаған уҡыусының һөйөүен һанаған, - тип билдәләне үҙенең сығышында Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина , башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы. – Лиризм менән һуғарылған, нескә, яңғырауыҡлы, тәрән мәғәнәле шиғырҙарға, әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ яратып уҡыған мөхәббәт тураһындағы шиғырҙарға,  ҡояш нурҙары кеүек һөйөү хистәре менән һуғарылған шиғырҙарға иғтибар итегеҙ. Шағир саф, яҡты, тапһыҙ мөхәббәтте  данлай. Уның шиғырҙары ябай һәм еңел ҡабул ителә, шулай ҙа уларҙың һәр береһендә тәрән әхлаҡи йөкмәтке бар: кешеләрҙе яратырға өйрәтеү, изгелеккә өндәү,  ихласлыҡҡа саҡырыу.

Тамашаның аҙағында бөтә факультет студенттары, уҡытыусылар Әнғәм Атнабаевтың шиғырына Вәсил Хәбисламов яҙған “Еҙ ҡыңғырау моңдары” исемле легендар йырҙы башҡарҙылар. Музыкаль сара бик матур, фәһемле, бай йөкмәткеле булды. Ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа юғары  кәйефтә, ҡәнәғәт таралыштылар.

Хәлимә Давлятгареева, БГУ студенты

Атнабайны искә алып
Атнабайны искә алып
Атнабайны искә алып
Атнабайны искә алып
Атнабайны искә алып
Атнабайны искә алып
Атнабайны искә алып
Атнабайны искә алып
Атнабайны искә алып
Атнабайны искә алып
Атнабайны искә алып
Автор:Сирена Рахимьянова
Читайте нас: