Барлык яңалыклар
Новости
14 февраль , 11:28

РУВИКИ Википедияны уҙып китерме?

Как сообщает Молодежная газета, Мәғлүмәт донъяһында Википедия бөтәһе өсөн дә һуңғы инстанциялағы хәҡиҡәт маяғы булып тора. Рәсәйҙә йәшәүселәр ирекле энциклопедияны даими ҡуллана һәм уға ышана.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундағы һәр мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй, сөнки уны һәр кем үҙгәртә ала. Бөгөн Рәсәйҙә РУВИКИ исемле яңы энциклопедия барлыҡҡа килде. “МГ”-ла ҡунаҡта – РУВИКИ Рәсәй интернет-энциклопедияһы генераль директоры урынбаҫары Елена Литовченко.

РУВИКИ Википедияны уҙып китерме?
РУВИКИ Википедияны уҙып китерме?

Яңы платформала башҡорт теле бүлеге бик популяр һанала.

 
 
– Елена, һеҙҙең проект та бер майҙансыҡта эксперттарҙы һәм ябай ҡулланыусыларҙы берләштерә. Һәр кем РУВИКИ-ның авторы була ала. Шул уҡ ваҡытта һеҙ платформаны ышаныслы белем сығанағы, унда хаталар булыуы мөмкин түгел тип белдерәһегеҙ. Был һөҙөмтәгә нисек өлгәшергә ниәтләйһегеҙ? Ирекмәндәрҙең эшен кем контролдә тотасаҡ һәм ҡабаттан тикшерәсәк? Материалдарҙың сифатын нисек арттыраһығыҙ?

– Энциклопедия өҫтөндә эште ирекмәндәр генә түгел, шулай уҡ профессиональ редакция һәм мәғариф учреждениелары алып бара. Беҙ музейҙар, эксперт майҙансыҡтары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Төп партнерыбыҙ – Рәсәй Фәндәр академияһы – 2024 йылда ғына 10 меңдән ашыу материалды рецензиялаған. Улар менән берлектә Төп дәүләт имтиханына һәм БДИ-ға әҙерлек өсөн мәктәп уҡыусыларына портал әҙерләнек. Партнерҙарыбыҙ һаны даими арта, һәм, әгәр ҙә һеҙ “рецензияланған” тигән билдә күрһәгеҙ, мәҡәләнең сифатында шикләнергә урын ҡалмай.

Ирекмәндәрҙең эшен беҙҙең редакция һәм махсус ярҙам хеҙмәте күҙәтә. Беҙ ҡиммәттәребеҙ аныҡ үтәлһен өсөн мәғлүмәт биреүҙең ҡәтғи ҡағиҙәләрен үтәйбеҙ: материал нейтраль, энциклопедик буылрға, тикшерелгән абруйлы сығанаҡтарға һылтанмалар менән раҫланырға тейеш.

–  Елена, йәш уҡыусыларыбыҙға РУВИКИ-ның өҫтөнлөктәре һәм мөмкинлектәре тураһында бер аҙ һөйләһәгеҙ ине. RUTUBE видеохостингы тураһында күп мем һәм шаяртыуҙар бар. Һеҙҙең энциклопедия Рәсәй сервистары тураһындағы стереотиптарҙы “емерерме”?

– Минеңсә, Рәсәй сервистары тураһында стереотиптар кәмей бара. Рәсәй онлайн-банкингы донъяла иң яҡшыларҙың береһе һанала. РУВИКИның иң мөһим ҡиммәттәренең береһе – технология. Проектты башлап ебәргәндә, беҙ “2030 йылда энциклопедия ниндәй булырға тейеш?” тигән һорау бирҙек. Ул ҡулланыусыға яраҡлашҡан, кешенең көндәлек тормошоноң бер өлөшө булған, ярҙам иткән, яһалма интеллект менән нығытылған энциклопедия булырға тейеш. Һәм йыл ярым эсендә беҙ проектты технологик яҡтан нығыта алдыҡ. Бөгөн РУВИКИ нейроселтәре ҡулланыусының ирекле рәүештә бирелгән һорауына яуап бирә, яуапты төрлө стилдәрҙә ҡабатлай, төп фекерҙе айырып күрһәтә һәм башҡалар. Әйткәндәй, нейроселтәрҙе индергән өсөн беҙ партнерыбыҙ Яндекс компанияһы менән бергә яңы быуын фәнни-белем биреү ресурстарын үҫтереүгә индергән өлөшөбөҙ өсөн “Рунет геройҙары” премияһын алдыҡ.

– Әле платформала нисә мәҡәлә бар һәм ай һайын сайтҡа нисә кеше инә? Һеҙҙең маҡсатлы аудиторияғыҙ бармы? Ниндәй яңылыҡтар, технологиялар һәм инструменттар ярҙамында конкуренттарҙы уҙып китергә уйлайһығыҙ?

– Хәҙер платформала 2 миллион 74 меңдән ашыу мәҡәлә бар, айына уникаль ҡулланыусыларҙың уртаса һаны – алты миллиондан ашыу. Беҙ иң киң аудиторияға йүнәлеш алабыҙ, сөнки энциклопедияның маҡсаты – төрлө темаға ҡыҙыҡһыныуҙы “ҡәнәғәтләндереү”. Бөгөнгө бик тиҙ алға барған донъяла төп ихтыяж – аң даирәһен киңәйтеү. Инновациялар тураһында мин үрҙә һөйләнем: яһалма интеллект ҡулланыу һәм уҡыусыларыбыҙҙың бөтә ихтыяждарына иғтибарлы технологик яуап.

– Һеҙ 2024 йылда авторҙар өсөн бонус программаһын эшләй башланығыҙ. Уның тураһында һәм монетизация тураһында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.

– Эйе, РУВИКИҙа аҡса эшләү башланды, беҙ – шәхси проект. Шул уҡ ваҡытта бөтә реклама форматтарын бик һаҡ ҡулланабыҙ. Шулай уҡ ғаилә фильтры эшләй: энциклопедия хатта реклама киңлегендә лә балалар өсөн хәүефһеҙ булып ҡала.

Авторҙар өсөн бонус программаһы йыл аҙағында эшләй башланы. Был – энциклопедияға индергән өлөшө өсөн приздар алыу мөмкинлеге. Бүләктәр ике төргә бүленә: сертификаттарға алмаштырыла торған балл һәм рангтар алыу мөмкинлеге.

– Хәҙер өлкән класс уҡыусылары өсөн мотлаҡ мәктәп программаһының бик ҡыҫҡартылған, лирик сигенеүҙәрһеҙ һәм автор фекерләүҙәре булмаған әҫәрҙәре нәшер ителә. Мәҫәлән, “Война и мир”ҙың дүрт томы бер бәләкәй генә китапҡа һыйҙы... Мине бер яңы функция ҡыҙыҡһындырҙы: РУВИКИ тексты ҡыҫҡаса һәм ябай итеп һөйләй ала. Уҡыусылар өсөн уңайлы опция кеүек, әммә мәҡәләләр роман түгел бит (шул уҡ ваҡытта уларҙы ла ҡыҫҡартыуһыҙ уҡырға кәрәк!)...

– Мәктәп уҡыусыларының ҡыҫҡартылған әҫәрҙәрҙе уҡыуы, ысынлап та, бик күңелһеҙ. Минең ике балам бар, һәм мин уларҙың китаптарҙың төп нөсхәләрен уҡыуын күҙәтәм. Әммә бында әҙәбиәт, сәнғәт тураһында һүҙ бара. Энциклопедия – белешмә. Уның маҡсаты – ҡыҙыҡһындырған һорауға тиҙ арала яуап табырға ярҙам итеү. Һәм хәҙерге заманда күп һанлы материалдарҙы өйрәнеп түгел, ә бер нисә секунд эсендә сифатлы ышаныслы яуап табыу мөмкинлеге – ҙур ҡиммәт. Был функцияһы нимә менән уңайлы? Мәҫәлән, тема бик ҡатмарлы булыу сәбәпле һеҙ яуапты аңламанығыҙ. Был осраҡта РУВИКИ уҡытыусы функцияһын башҡара: ул автомат рәүештә һеҙгә тексты аңлайышлыраҡ итеп һөйләй.

– Мәғлүмәттең тулылығы һәм кешеләрҙең күпләп инеүе буйынса РУВИКИ-лағы бүлектәр араһында башҡорт теленең тәүге бишәү иҫәбенә инеүе ҡыуандырҙы. Был хаҡта ентекләберәк һөйләй алаһығыҙмы?

– РУВИКИ Рәсәй халыҡтарының 21 телендә эшләй. Был – беҙҙең өсөн уникаль мәҙәни кодтарҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән мөһим йүнәлеш. Башҡорт бүлеге, ысынлап та, тел бүлектәре араһында иң күп ҡулланыусылар һаны һәм популярлыҡ буйынса беренсе урындарҙы биләй, шулай уҡ мәғлүмәттең тулылығы буйынса топ-5-кә инә. Әлеге ваҡытта унда 75 меңдән ашыу материал бар. Башҡорт телендә һөйләшеүселәр, уҡытыу һәм тел мираҫын һаҡлау үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүгә бик шат буласаҡбыҙ. Беҙгә почтаға яҙығыҙ, бергәләп ҡыҙыҡлы проекттар уйлап табырбыҙ!

Эмилия Завричко.

Фото: mgazeta.com

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2025-02-13/ruviki-vikipediyany-u-yp-kiterme-4120430

Автор:
Читайте нас: