Бөгөн Өфөлә барған “Кәртәләрҙе емереп” III Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе сиктәрендә инклюзив йүнәлештәге мода менән таныштырыу булып уҙҙы.
“Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә уңайлы ла, күркәм дә кейем табыуы ауыр. Ләкин мөмкинлектәр сикле булыу матурлыҡҡа ынтылышты сикләргә тейеш түгел дә баһа! Форумда улар өсөн махсус тегелгән модалы кейемдәр күрһәтелә”, – тип һөйләй ойоштороусыларҙың береһе – “Әсә йөрәге” әсәйҙәр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова.
Бөгөнгө сарала 20 йылдан ашыу ортопедик аяҡ кейеме һәм адаптив кейем етештереү менән шөғөлләнеүсе “Ортомода” компанияһы (Мәскәү ҡалаһы) коллекцияһы менән таныштырҙылар.Төҫтәре бик күркәм был кейемдәрҙе кейеү-сисеү яйлы, улар хәрәкәтте сикләмәй, тәнде ҡыҫмай, бик уңайлы, йылы һәм матур, ел-ямғыр үткәрмәй.
– Тәҡдим ителгән яңы коллекция “Көҙҙөң сағыу төҫтәре” тип атала, – ти компанияның сауҙа бүлеге етәксеһе Алиса Шувалова. Шишмә районынан Лилиә Баишева, Роза Гәрәева, Октябрьский ҡалаһынан Алена Лаур, Өфө ҡалаһы Дим биҫтәһенән Анастасия Бестужева (Сорока) һәм башҡалар ҙур ихласлыҡ менән коллекция өлгөләрен күрһәтте.
"KLASS" мода театрының бәләкәй моделдәре-волонтерҙары сығышы сараға йәм өҫтәне. “Аҡтырнаҡ” ярҙамсы эттәр хужалары клубының “Кеше һәм эт” тигән проекты ла һәммәһендә оло ҡыҙыҡһыныу уятты: проект авторҙары, дизайнерҙар был коллекцияны эшләүгә йөрәк нурын, оҫталығын, тәжрибәһен һалған.
Инклюзив йүнәлештәге моданы үҫтереүгә иғтибар артыу – йәмғиәтебеҙҙең тиң мөмкинлекле йәмғиәт булырға ынтылыуының бер сағылышы ул.
Александр Королев фотолары.
Автор:Альмира Кирәева